Башҡортостанға эҫе көндәр килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлеү осраҡтары ла бермә-бер артты. Ә иң ауыры – кисә һыуҙа бала һәләк булды.
Кисә фажиғәле хәл Благовещенда булды, унда 13 йәшлек ҡыҙ һыуға батып үлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уның кәүҙәһен ҡаланың Потеха йылғаһындағы быуаһынан шаһиттар сығарған. Баҡтиһәң, бала атаһы һәм ике ағаһы менән паркта булған, һыу ингән саҡта, күҙҙән юғалған. Пляж һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, тейешле аншлагтар ҡуйылған. Оератив-тикшереү эштәре алып барыла.
Шулай уҡ Учалы районында ирҙең үлем осрағы асыҡланды. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уның кәүҙәһе Воздвиженка һыуһаҡлағысынан сығарылған. 69 йәшлек ир дуҫтары менән бергә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял итә, һыу инергә төшә һәм шаһиттар алдында батып үлә.
"Алда тағы бер эҫе ял көнө. Ҡотҡарыусылар дежур иткән йыһазландырылған һыу инеү урындарын ял итеү өсөн һайларға һәм иҫерек килеш һыуға инмәҫкә саҡырабыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Күҙ асып йомғансы, бер нәмәне лә кире ҡайтарып булмаҫлыҡ фажиғә булыуы ихтимал", – тип иҫкә төшөрҙөләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.