

Кисә кискеһен Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына Әлшәй районында күперҙән йылғаға һикереүҙән һуң йөҙөп сыҡмаған 11 йәшлек малай хаҡында хәбәр килә.
Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, малай дуҫтары менән Раевка ауылы эргәһендәге Дим йылғаһына балыҡ тоторға килгән булған. Ҡотҡарыусылар батыусыны эҙләп таба алмағас, бөгөн эҙләүгә водолаздар ҡушыласаҡ.
Малайҙар үҙҙәре генә һыу инеүҙе тыйыу тураһында аншлагтар ҡуйылған урында йөрөгән булған.
Һыуға батыусыларҙың һаны көндән-көн арта бара, уларҙың күбеһе һыу инергә рөхсәт ителмәгән урында һыу инә. Яҡын арала көндәрҙең эҫе булыуы көтөлә, һыу буйына барғанда балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыуға төшмәгеҙ!
Фото: "Башинформ"