ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Июля , 07:15

Бер-бер артлы килгән автомобилдәр йәйәүлене тапаған

Фажиғәле хәл төндә булған.

Бер-бер артлы килгән автомобилдәр йәйәүлене тапағанБер-бер артлы килгән автомобилдәр йәйәүлене тапаған
Бер-бер артлы килгән автомобилдәр йәйәүлене тапаған

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, төнгө сәғәт 12-лә Өфө ҡалаһында авария булған.  

37 йәшлек водитель “Хавал Джулион” автомашинаһында М. Жуков урамында Б. Бикбай урамы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә көйләнгән йәйәүлеләр үткәүелендә юл аша сыҡҡан 63 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Был автомобиль артынан килгән “Лада Калина” автомашинаһы йәйәүлене тағы ла ҡазалай.

Алынған йәрәхәттәрҙән 63 йәшлек ир юл-транспорт ваҡиғаһы урынында вафат була. Билдәле булыуынса, ул светофорҙың тыйыу сигналы янған саҡта юл аша сығып барған.

Өфө Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2026-07-15/ber-ber-artly-kilg-n-avtomobild-r-y-y-lene-tapa-an-4752185

 

Автор:
Читайте нас