

Бөгөн кис, 18 сәғәт тирәһендә Өфөлә Шота Руставели урамында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Митсубиси Аутлердер” автомобиле водителе ихатанан сыҡҡанда электр велосипедында китеп барған үҫмергә бәрелгән. Алынған йәрәхәттәрҙән егет урында уҡ вафат була. Фотоһүрәттә күренеүенсә, егет курьер булып эшләгән, уның әйбер ташыған һауыты аунап ята.
Урында ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария шарттары асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһында.
Фото: ГАИ.