

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Үрнәк ауылында йәшәүсе ир-уҙаман тракторҙа баҡсаһында эшләп йөрөгән булған. Техникаға ултырған сағында уны йәшен атҡан. Ир урында һәләк булған.
«Башинформ» асыҡлауынса, әле ваҡиға урынында тәфтишсе тикшереү үткәрә. БР буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, суд-медицина экспертизаһы үткәреү ҡарала. Өҫтәп тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәфтишселәр процессуаль ҡарар ҡабул итәсәк.
Бынан алда Башинформ был аҙнала эҫе көндәр ямғырҙар менән алмашыныуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор: ИНСАФ ХУЖАБИРГАНОВ
https://bash.bashinform.ru/news/law/2026-07-07/bash-ortostanda-47-y-shlek-ir-e-y-shen-at-an-4658623