

Конкурс ғаилә именлеге, үҙ-үҙеңде үҫтереү, карьера һәм психоактив матдәләрҙең кире тәьҫиренә ҡаршы торған тормош уңыштарына өлгәшеү кеүек ҡиммәттәргә иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш.
Ҡатнашыуға 18-35 йәшлек Рәсәй граждандары саҡырыла. Ғаризалар 2026 йылдың 26 июненән 10 июленә тиклем «Рәсәй йәштәре» федераль дәүләт мәғлүмәт агентлығы аша ҡабул ителә.
Ҡатнашыу өсөн наркотик ҡулланыуҙан баш тартырға саҡырыусы видеояҙма әҙерләргә кәрәк. Роликты үҙеңдең “Бәйләнештә”ге сәхифәңдә #СтимулМоейМечты2026, #ПротивНаркотиков2026 хештегтары менән урынлаштырыу, шулай уҡ “Яндекс Диск”ҡа һалыу шарт.
Ғариза myrosmol.ru сайтында бирелә, шунда уҡ видеоға һылтанмалар һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ҡалдырыла.
Конкурс йомғаҡтары буйынса өс еңеүсе һәм ете призер билдәләнәсәк, улар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.
Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығы
Мәҡәләнең төп нөсхәһенең сығанағы: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-07-08/v-bashkirii-startoval-vserossiyskiy-konkurs-stimul-mechty-eto-sam-ty-4744195