ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Июля , 05:09

7,6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Аферистарҙың береһе хатта видеобәйләнешкә сығып, ҡатындың өйөндәге аҡсаны уның менән бергәләп иҫәпләй...

7,6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...7,6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...
7,6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Өфө ҡалаһында йәшәгән 59 йәшлек пенсионер уғрылыҡ ҡармағына эләккән. Ҡатын мут әҙәмдәргә 7,6 миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән.

Пенсионер Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы идаралығы буйынса 8-се полиция бүлегенә аҡса урлаусылар тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.  Алдашыу схемаһы  ғәҙәттәге СМС хәбәрҙән башлана. Мут әҙәмдәр әйбер килтереп бирергә кәрәклеген белдерә. Әммә мессенджерҙа уға хәүефле хәбәр  килә, имеш, ошо СМС хәбәр һөҙөмтәһендә “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә аккаунт ватылған, шуға күрә күрһәтелгән номер буйынса ярҙам хеҙмәте менән бик тиҙ бәйләнешкә инергә кәрәк.

Ҡатын әйтелгән номерға шылтырата. Сымдың теге яғындағы ҡыҙ үҙен Роскомнадзор хеҙмәткәре тип таныта. Уның әйтеүенсә, алдаҡсылар пенсионерға ышаныс ҡағыҙы эшләгән һәм уның ярҙамында ҡатын исеменә кредит рәсмиләштерә һәм иҫәбенән аҡсаһын алырға мөмкиндәр. Шуға күрә “хеҙмәткәр” енәйәтселәр белеп ҡалмаһын өсөн пенсионерҙың башҡа мессенджерға күсеүен һорай.

Аҙаҡ ҡатын менән “ФСБ хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә сыға. Улар бөтә ҡулаҡсаны йәһәт кенә декларацияларға ҡуша, йәнәһе, тентеү ваҡытында средстволарҙы тартып алыуҙары ихтимал. Аферистарҙың береһе хатта видеобәйләнешкә сығып, ҡатындың өйөндәге аҡсаны уның менән бергәләп иҫәпләй. Сумма ете миллион һумдан аша. Аҙаҡ аҡсаны “ведомство” хеҙмәткәренә тапшырырға ҡушалар. Ҡатын барыһын да уларса эшләй.

Уғрылар бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, ҡалған аҡсаны иҫәптән алып “декларацияларға” ҡушалар. Ярай әле, банк хеҙмәткәрҙәре сос булып сыға, шикле әүҙемлекте һиҙеп ҡалып, пенсионерҙы был аҙымдан туҡтата. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.

Ксения Калинина фотоһы.

Автор:
Читайте нас