

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итеүенсә, бөгөн Ҡариҙел йылғаһының Дудкин кисеүендә 1987 йылғы ҡатын батҡан. Ул 2017 йылғы ҡыҙы менән тәрәнгә йөҙөп киткән булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын ярға әйләнеп ҡайта алмаған. Уның ҡыҙын эргәләге кешеләр ҡотҡарған. Бала шок хәлендә. Урында ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы ҡотҡарыусылары эшләй.
Хакимиәт башлығы һүҙҙәренсә, әсә менән ҡыҙ махсус йыһазландырылмаған кисеүҙә йөҙгән.
— Был участкала һыу инеүҙе тыйған аншлагтар ҡуйылған. Унда, ысынлап та, үтә хәүефле: ағын көслө, һыуҙың төбө лә тикшерелмәгән – ти Илвир Нурдәүләтов. – Һәр кемде һыуҙа һаҡ, иғтибарлы булырға, тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: И. Нурдәүләтовтың сәхифәһенән.