ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
25 Июня , 11:48

Өфөлә мутлашыусы-курьерҙы ҡулға алғандар

Ул өлкән йәштәге ҡатындың 1,9 миллион һум аҡсаһын үҙләштергән.

Өфөлә мутлашыусы-курьерҙы ҡулға алғандарӨфөлә мутлашыусы-курьерҙы ҡулға алғандар
Өфөлә мутлашыусы-курьерҙы ҡулға алғандар

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, Өфөлә алдаҡ юл менән 72 йәшлек ҡатындың 1,9 миллион һумын тартып алған курьер ҡулға алынған.

Ҡатын эш чатын ҡулланып, төрлө ведомстволарҙың «хеҙмәткәрҙәре» аша аҡса күсерергә күндергән аферистарҙың ҡорбаны була. Ул 600 мең һәм 1,3 миллион һум аҡсаһын курьерға тапшыра.

Ир мутлашыусылар файҙаһына эшләгән 41 йәшлек Силәбе кешеһе булып сыға. Ул криптобиржа аша аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндергән. Уның башҡа шундай енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә.

Мутлашыусыға был ҡатынға һәм башҡа ҡорбандарға, әгәр улар асыҡланһа, килтерелгән зыянды ҡаплауҙы йөкмәтәсәктәр.

 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас