ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Июня , 09:14

Төнгө сәфәр фажиғәле тамамлана

Һөҙөмтәлә 21 һәм 15 йәшлек ике кеше һәләк була. Тағы өс кеше дауаханаға оҙатыла.

Төнгө сәфәр фажиғәле тамамланаТөнгө сәфәр фажиғәле тамамлана
Төнгө сәфәр фажиғәле тамамлана

24 июнгә ҡараған төндә Учалы–Мейәс автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде: ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, BMW водителе юл хәрәкәте инспекторҙарынан ҡасырға маташа, әммә водитель машинаға идара итә алмайынса, транспорт юлдан ситкә оса һәм әйләнеп барып төшә.

Авария һөҙөмтәһендә 21 һәм 15 йәшлек ике кеше һәләк була. Тағы өс кеше Учалы үҙәк район дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатыла.

Әле тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Учалы районы хакимиәтендә, полициянан ҡасыу, тиҙлекте арттырыу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ғүмерҙәрҙе өҙөүе ихтимал, тип иҫкәрттеләр. 

Ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

 

Фото: Учалы районы хакимиәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас