ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Июня , 10:13

Кешегә тигән ризыҡты ашап ағыуланғандар

Өфө янындағы ауылда ике бала туғандарына тип тәғәйенләнгән көслө препарат ҡушылған аҙыҡты ашаған һәм, ағыуланып, дауаханаға эләккән. Малай - ауыр хәлдә реанимацияла.

Кешегә тигән ризыҡты ашап ағыуланғандарКешегә тигән ризыҡты ашап ағыуланғандар
Кешегә тигән ризыҡты ашап ағыуланғандар

Өфө районының Шмидт ауылында өс йәшлек малай менән һигеҙ йәшлек ҡыҙ ауырыу туғандары өсөн әҙерләнгән дарыулы аҙыҡты ашаған. Балаларҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар.

Малай хәҙер ауыр хәлдә реанимацияла. Ҡыҙ педиатрия бүлегендә ята, уның торошо уртаса ауырлыҡта. 

Балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ. Дарыуҙарҙы, дарыу ҡушылған ризыҡты хәүефһеҙерәк урынға - өҫкәрәк, шкафтарға алып ҡуйығыҙ.  

 

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас