ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Июня , 10:23

Балаларҙы яңғыҙын ҡалдырмағыҙ

Кисә ир һәм бала һыуға батҡан

Балаларҙы яңғыҙын ҡалдырмағыҙБалаларҙы яңғыҙын ҡалдырмағыҙ
Балаларҙы яңғыҙын ҡалдырмағыҙ

18 июндә республикала бер юлы ике кеше һыуҙа батып үлгән. Беренсе осраҡ Дүртөйлө районының Күсергес ауылы янында булған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял иткән. Кәмәлә йөрөгән саҡтарында кәмә түңкәрелеп китә һәм икеһе лә һыуға ҡолай. Ҡатындың ҡотҡарыу жилеты булған, шуға күрә ул йөҙөп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире батып үлгән. Кәмәлә жилет булған, әммә ир уны файҙаланырға өлгөрмәгән.

Икенсе фажиғәле осраҡ Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында теркәлгән. Һаҡмар йылғаһында һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарғандар. Фажиғә өлкәндәрҙең күҙ алдында булған: бала ҡарауһыҙ ҡалып, йыһазландырылмаған урында һыу ингән.

Йыл башынан Башҡортостандағы һыу объекттарында 31 кеше Һәләк булған, шул иҫәптән дүрт бала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: кеше ғүмере – иң ҡиммәтлеһе. Зинһар, иғтибарлы булығыҙ!

Рәсми һәм йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ.

Кәмәлә йөрәгәндә һәр ваҡыт ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ.

Бер ҡасан да балаларығыҙҙы бер секундҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас