ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Июня , 07:18

Йортто йәшен атҡан, эҙемтәһе шаңҡытты

Фажиғәле хәл Стәрлебаш районында булған.

Йортто йәшен атҡан, эҙемтәһе шаңҡыттыЙортто йәшен атҡан, эҙемтәһе шаңҡытты
Йортто йәшен атҡан, эҙемтәһе шаңҡытты

Стәрлебаш районының Күндерәк ауылында ағас йортта ут сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Баҡый ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы янғын һүндереүселәре килә.

Берлектәге тырышлыҡ менән ут һүндереләЯнғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ваҡиғаның шаһиттары йорттан 84 йәшлек ҡатынды алып сыға. Урынға барған ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙың вафат булыуын теркәй.

Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе асыҡлай. Мәғлүмәт булыуынса, йортто йәшен атҡан.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина

Автор:
Читайте нас