

16 июндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Архангел районының Оҙондар ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һөҙөмтәһендә бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан ағас йәйге аш-һыу, утынлыҡ һәм һарай зыян күргән.
Янғынды һүндереүселәр ут һүндереү барышында 91 йәшлек ирҙең кәүҙәһе тапҡан.
Янғындың сәбәбе һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иҫкәртә: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Электр сымдарының һәм мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшерегеҙ, ут сығанаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Оло йәштәгеләрҙең именлегенә айырым иғтибар бирегеҙ – уларҙың торлаҡтары янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килеүенә инанығыҙ.
Янғын осрағында шунда уҡ "101" йәки "112"телефондарына шылтыратығыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.
Автор:Рәмилә Мусина