ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Июня , 08:10

Эше – еңел, язаһы – ауыр...

Банк картаһын һатыу йәки уны башҡа кешегә биреү — еңел генә аҡса эшләү ысулы түгел, ә енәйәт юлы. Күптәр быны еңел генә юл менән аҡса табыу тип уйлай, ләкин ысынында был карталарҙы мутлашыусылар үҙ маҡсаттарында, законһыҙ аҡса әйләнеше өсөн файҙалана.

Нәркәс ХәлиуллинаНәркәс Хәлиуллина
Фото:Нәркәс Хәлиуллина

Бындай схемаларҙа ҡатнашыу енәйәти язаға килтерергә мөмкин. Хатта кеше үҙе был эштең башында тормаһа ла, картаһын йәки банк реквизиттарын биреп, ул енәйәткә булышлыҡ иткән булып сыға.

Шуға күрә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Банк картағыҙҙы, онлайн-банкка инеү мөмкинлеген бер кемгә лә бирмәгеҙ. Был аҡса эшләү ысулына алданып, үҙегеҙҙең киләсәгегеҙгә хәүеф янамағыҙ. Әгәр шикле хәлдәр тураһында белһәгеҙ, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының +7 (347) 273-73-72 ышаныс телефонына шылтыратығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас