ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Июня , 08:47

Пенсияң арта, тигәнгә... 7,3 миллион һумын биргән

Кешеләр мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүен даум итә. Һөҙөмтәлә ҙур суммала аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағалар.

Бәләбәй ҡалаһынан пенсионер 7,3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға тапшырған, тип хәбәр итә төбәк Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

83 йәшлек ир үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштырған мутлашыусыға ышана. Мутлашыусы пенсионерҙы пенсияһын ашығыс рәүештә ҡайтанан иҫәпләргә кәрәк тип ышандыра, бының өсөн телефонға килгән смс-кодты әйтергә кәрәк була.

Бынан һуң уға полиция хеҙмәткәрҙәре булып башҡа мутлашыусылар шылтырата башлай. Улар ирҙе аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына ышандыра һәм уларҙы курьер аша "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәңәш итә. Пенсионер ышана һәм курьерҙарға 7,3 миллион һумдан ашыу аҡса тапшыра.

Төбәк Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, кредит ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең иҫәптән ҙур суммала аҡса алыу сәбәбе буйынса һорауҙарына пенсионер аҡсаны икенсе банкҡа отошлораҡ процентлы һаҡламға һалырға теләү менән аңлата.

Был осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (мутлашыу).

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас