

Кисә Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлде: янғында өс бәләкәй бала һәләк булды. Бар республиканы тетрәндергән хәл тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итте.
Янғында 11 йәшлек ҡыҙ менән, биш һәм һигеҙ йәшлек малай һәләк булған. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һөйләүенсә, янғын сыҡҡан мәлдә өс бала өйҙә яңғыҙ булған. Уларҙың 32 йәшлек әсәләре төш ваҡытында эш буйынса Ҡаратаулынан һигеҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан Малаяҙ ауылына барған. Фажиғә булған ғаилә, имен булмаған ғаилә булараҡ, иҫәптә тормаған.
– Ғаилә ябай, иҫәптә тормайҙар. Янғын сәбәптәрен әле компетентлы органдар тикшерә. Өйҙә газ, хатта баллон да булмаған, электр менән йылытҡандар. Әммә әле йылы, уны ҡабыҙыу кәрәкмәгән, – ти Марс Кашапов.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әсәй кеше балаларҙың өләсәһе менән баҙарға аҙыҡ-түлек һатып алырға киткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар, балаларҙы эстә ҡалдырып, йортто тыштан бикләгән булыуы ихтимал.
– Иртәгә бәләкәйенә алты йәш тулырға тейеш ине. Балаларҙың кәүҙәләрен ҡосаҡлашҡан килеш тапҡандар. Күрәһең, янғын башланғас, улар ҡосаҡлашҡандар һәм шулай үлгәндәрҙер... – тип һөйләгән район кешеһе.
Ҡатын янғын урынына килгәс, уға ҡыйын була. Аҙаҡ әсәнең истерикаһы башлана, уға табиптар саҡырталар.
– Ул һөйләшә лә алмай, уның менән психологтар эшләй. Ашығыс ярҙам саҡырттылар, уға ныҡ ҡыйын, – ти ауылдашы.
Күршеләре әйтеүенсә, балаларҙың атаһы, ҡатындың элекке ире кисә генә вахтанан ҡайтҡан һәм балаларын күреп тә өлгөрмәгән.
Өс баланың ғүмерен өҙгән янғын урынында тәфтишселәр эшләй. Улар фажиғәнең аныҡ сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итерлек экспертизалар тәғәйенләй. Тәфтиш комитеты ике йәки унан күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү тураһында енәйәт эше асҡан.
– Тикшереү барышында шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк. Енәйәт эшен тикшереү республиканың тәфтиш идаралығы етәкселеге контролендә, – тип аңлатма бирҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Үҙ сиратында фажиғә факты буйынса тикшереүҙе Прокуратура ла үткәрә. Ведомство бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тәьмин итеүгә баһа бирәсәк.
Ҡот осҡос фажиғәлә балаларын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ата-әсәһенә сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/277790/5261645/