

Бөгөн республикала ҙур фажиғә булды, Салауат районында сыҡҡан янғында өс баланың ғүмере өҙөлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында, Йүрүҙән урамында сыға.
Иң тәүҙә килеп еткән янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары 6×6 метрлыҡ йорттоң яныуын күрә һәм уны һүндерә һала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янған конструкцияларҙы һүткәндә өс бәлиғ булмаған баланың кәүҙәһе табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандарға — 6, 8 һәм 11 йәш.
Фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын тикшереү өсөн ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Владимир Горин бара. Урында шулай уҡ ведомствоның тәфтишселәре, һынау янғын лабораторияһы эксперты, тәфтиш органдары, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының психологтары кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн эшләй. Ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.
МЧС төбәк халҡына мөрәжәғәт итә:
Һәр ата-әсә баланың ғүмере уның уяулығына бәйле икәнен иҫтә тоторға тейеш.
Фото: МЧС.