

7 июндә М-5 трассаһында, Благовар районы биләмәһендә ҡурҡыныс авария булды. Унда еңел автомобиль менән “КамАЗ” йөк машинаһы бәрелешә. Аварияның һөҙөмтәһе ҡот осҡос – урында 34 һәм 35 йәшлек өлкән кешеләр һәм ике бала һәләк була. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, улар бер ғаилә ағзалары булып сыға.
Бөгөн хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы был ҡурҡыныс авария сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова әйтеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йөк машинаһы водителе ғәйепле – ул еңел машинаға барып төкөлгән.
Яҡындарын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор:Альфия Мингалиева