

Башҡортостанда ҡот осҡос авария теркәлгән. Дүртөйлә – Нефтекама юлының 73-сө километрында юл һәләкәтендә ике кеше үлгән.
15 майҙа көндөҙ Краснокама районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәтенсә, Дүртөйлө - Нефтекама юлының 73-сө километрында “Лада Приора” менән ВАЗ-21099 автомобилдәре бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһе аяныслы: ВАЗ-дың 49 йәшлек водителе һәм “Приора”ның 51 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Тағы өс кешене - “Лада Приора”-ның водителен һәм ВАЗ-21099-ҙың 56 һәм 52 йәшлек пассажирҙарын дауаханаға оҙатҡандар.
Авария урынында дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре эшләй, һәләкәттең сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!