ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Мая , 09:34

Полицейский әбейҙе ҡотҡарған

Бер нисә көн буйына мутлашыусылар телефон аша Салауат ҡалаһында йәшәгән 75 йәшлек ҡатынды ҡулға алыу һәм тентеү менән ҡурҡыта. Һәм ул уларға үҙенең бөтә аҡсаһын - миллион һумдан ашыу аҡсаһын бирә яҙа... 

Полицейский әбейҙе ҡотҡарғанПолицейский әбейҙе ҡотҡарған
Полицейский әбейҙе ҡотҡарған

Тәүҙә пенсионерҙы үҙен социаль яҡлау хеҙмәткәре тип таныштырған йәш кеше, дәүләт өлкән йәштәге рәсәйҙәргә коммуналь сығымдарҙы ҡапларға ниәтләй, тигән яңылыҡ менән ҡыуандыра. Һәм пенсия фондына ҡабул итеүгә яҙылырға тәҡдим итә, бының өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорай. Әбей шулай эшләй, әммә бер аҙҙан шикләнә башлай. Ул үҙе пенсия фондына барып, барыһын да шәхсән белешергә ҡарар итә. Әлбиттә, унда уға мутлашыусылар шылтыратыуы асыҡлана.

Бер аҙҙан пенсионер ҡатынға тағы шылтыраталар, был юлы ир-ат хоҡуҡ һаҡлау органдарынанмын тип таныша. Ул әбейҙең мутлашыусылар менән аралашыуын һәм хәҙер уның исеменән енәйәтселәр аҡсаны дуҫ булмаған илгә күсереү хәүефе барлығын хәбәр итә. Шуға күрә уға ла енәйәт яуаплылығы янай икәнен әйтә.

Ә тағы бер нисә көндән һуң ҡурҡып ҡалған ҡатынға бер ханым шылтыратып, үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип атай һәм, әгәр ул үҙенең аҡсаһын «декларациялаһа», ғәйепһеҙлеген иҫбатлай аласағын хәбәр итә. Йәғни бөтә аҡсаһын йыйып, банкомат аша күрһәткән иҫәпкә күсерергә. Шунан һуң аҡсаны кире ҡайтарырға була, ти.

Ахырҙа башы ҡатҡан пенсионер ҡатын өйҙә һаҡланған аҡсаһын алып банкка китә. Унда уның бәхетенә ҡала полицияһының енәйәт тикшереү хеҙмәткәре тап була. Ул шунда уҡ тулҡынланып банкомат янында бер туҡтауһыҙ кем менәндер телефон аша һөйләшкән оло ҡатынды күрә. Полицейский уның янына килә, үҙенең таныҡлығын күрһәтә, телефон аша һөйләшеүҙе туҡтатырға күндерә һәм уның билдәһеҙ иҫәпкә 1,1 миллион һум күсерергә йыйыныуын аңлата.

Артабанғы әңгәмәне улар полиция участкаһында дауам итә, унда хоҡуҡ һаҡлаусылар инцидент сәбәптәрен асыҡлай, мутлашыуға маташыу осрағы буйынса енәйәт эше аса. Һәм пенсионер менән профилактик әңгәмә үткәрәләр.

"Шуны иҫтә тотоу мөһим: мутлашыусылар телефон аша үҙҙәрен теләһә кем: социаль яҡлау, прокуратура, банк, полиция, ФСБ хеҙмәткәре һ.б. тип таныштыра ала. Шылтыратыусы һәр кемгә ышанырға ярамай, бигерәк тә билдәһеҙ кешеләргә үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәреңде, смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы еткерергә, башҡаларҙың иҫәбенә аҡса күсерергә йәки уларҙы курьерҙарға тапшырырға ярамай. Бөгөн барығыҙға ла уяу булырға һәм яҡын туғандарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ошо хәүеф хаҡында иҫкәртергә кәрәк",- тип иҫкә төшөрә граждандарға республика полицияһының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/pravo/2026-05-08/v-bashkirii-politseyskiy-spas-babushku-ot-finansovoy-katastrofy-4680184

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас