Апрель башында Өфө ҡыҙы социаль селтәрҙә «инвестицияларҙа аҡса эшләргә» тәҡдим иткән ир менән таныша. Ышаныс тыуҙырыу өсөн ул хатта уға сәскә гөлләмәһе ебәрә. Бынан һуң яңы танышы уны тиктән генә табыш алырға ярҙам иткән «белгес» менән таныштыра.
Уның етәкселегендә ҡыҙ телефонына «Alpha» ҡушымтаһын урынлаштыра һәм беренсе иғәнәһен — 30 доллар аҡса индерә. Бер нисә көндән иҫәпкә «табыш» — 2244 һум күсә. «Эш хаҡының ысын икәненә» ышанып, ҡыҙ инвестицияларҙы арттырырға ҡарар итә.
Әммә аҡсаны сығарырға маташҡанда система страховка булмау сәбәпле иҫәпте ябыу тураһында хәбәр итә. "Менеджер" проблеманы "страховка полисы" өсөн өҫтәмә 5 мең доллар түләп хәл итергә тәҡдим итә.
Бер ай буйына ҡыҙ күрһәтелгән иҫәптәргә аҡса күсерә, һаман да теге аҡсаны алырға өмөтләнә. Һөҙөмтәлә ул мутлашыусыларға 3 миллион һум ебәрә, шуның:
250 меңе - шәхси тупланмалар,
520 меңе - кредит,
1,5 миллиондан ашыуы - туғандарынан бурысҡа алынған.
Бынан һуң да аҡсаны алыу мөмкин булмағас, ҡыҙ алдашыу ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Һаҡ булығыҙ! Нисек итеп интернет-мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа?
Тиҙ эш хаҡы тәҡдим иткән социаль селтәрҙәге сит кешеләргә ышанмағыҙ.
Инвестиция платформаларының лицензияларын һәм абруйын тикшерегеҙ.
«Менеджерҙар» үтенесе буйынса аҡса күсермәгеҙ һәм телефонығыҙға шикле ҡушымталар ҡуймағыҙ.
Әгәр һеҙгә гарантияланған табыш вәғәҙә итһәләр, был - мутлашыуҙың беренсе билдәһе.
Автор фотоһы.