ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Мая , 17:54

Төнгө фажиғәлә дүрт кеше һәләк булған...

Ир менән ҡатындың һәм әсәһе менән ҡыҙҙың ғүмерҙәре аяныслы өҙөлгән

Башҡортостанда бөгөн төндә ике янғын теркәлгән, унда дүрт кеше һәләк булған – был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында хәбәр итәләр.

Ведомство мәғлүмәтенсә, бер янғын Өфөлә Октябрь проспектында урынлашҡан күп фатирлы йорттағы өс бүлмәле фатирҙа башланған. 20 квадрат метр майҙанда мөлкәт янған. Иң ҡыҙғанысы - утты һүндергән ваҡытта ике кешенең – 1971 йылғы ирҙең һәм 1974 йылғы ҡатындың кәүҙәләре табылған. Хәүефле зонанан ҡотҡарыусылар 26 кешене, уларҙың алтыһы бала, сығарған.

Тағы бер ҡот осҡос хәл Учалы районының Илтабан ауылында булған. Унда шәхси ағас йорт янып киткән. Утты һүндереүселәр емереклектәр араһында тағы ике кешенең – 1948 һәм 1975 йылғы әсә менән ҡыҙының кәүҙәләрен тапҡан.

Ике фажиғәле осраҡ буйынса ла тикшереү үткәрелә. Урындараҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүселәре һәм оператив-тикшереү төркөмө эшләй.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас