ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
30 Апреля , 15:40

Пенсионерҙар мутлашыусылар арҡаһында 10 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Белоретта һәм Учалыла пенсионерҙар төрлө ойошмаларҙың ялған хеҙмәткәрҙәренә ышанып, дөйөм алғанда 10 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Белорет һәм Учалы райондары полицияһы айырыуса ҙур күләмдә дистанцион мутлашыу осраҡтары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатты. Оло йәштәгеләр енәйәтселәргә 10 миллион һумдан ашыу аҡсаһын тапшырған.

...Белоретта 73 йәшлек пенсионер алты миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Оло йәштәге ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә һәм 30 марттан 27 апрелгә тиклем билдәһеҙ кешеләр төрлө һылтауҙар менән уның 6 миллион 260 мең һум аҡсаһын урлауы тураһында һөйләй.

Енәйәтселәр уның менән телефон һәм электрон почта аша бәйләнешкә инә, социаль фонд, «Дәүләт хеҙмәттәре», ФСБ һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре булып таныша. Улар пенсионерҙы телефонға видео шылтыратыуҙар өсөн ҡушымталар ҡуйырға һәм, ер участкаһы һәм һаҡламдарын һаҡлауҙы вәғәҙә итеп, уларҙың күрһәтмәләрен үтәргә күндерә.

Пенсионер бер нисә тапҡыр банкка килә һәм ҙур суммала аҡса ала. Кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрә, аҡсаның ни өсөн кәрәклеге менән ҡыҙыҡһына. Ҡатын, йорт төҙөүгә һәм участканы төҙөкләндереүгә аҡса кәрәк, тип яуаплай. 8 апрелдә ул курьер ҡулына биш миллион һум аҡса тоттора. Ә 15 апрелдән 24-нә тиклем мобиль ҡушымталар аша тағы ла 1 миллион 260 мең һум аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә.

...Учалыла 63 йәшлек пенсионер мутлашыусылар ҡорбаны була. Ир 4 миллион 150 мең һум аҡсаһын юғалта. Ул полицияға хәбәр итеүенсә, 20 апрелдән 25 апрелгә тиклем үҙҙәрен «Дәүләт хеҙмәттәре» һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып танытҡан билдәһеҙ кешеләр уны, имеш, мутлашыусыларҙан ҡотҡарыу өсөн бөтә аҡсаһын банк иҫәбенән алырға күндерә.

Пенсионер Ленин урамындағы банк бүлексәһенә килә. Хеҙмәткәрҙәр уның менән әңгәмә үткәрә, ҙур сумманы алыу маҡсаты тураһында белешә. Ир ейәнсәренә фатир һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, тип яуаплай. 25 апрелдә ул курьерға 4 миллион 150 мең һум аҡса тапшыра.

Ике осраҡ буйынса ла РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт органдары, банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да граждандарға «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса күсереүҙе йәки уларҙы курьерҙарға тапшырыуҙы талап итеп шылтыратмай. Әгәр һеҙгә шулай тип шылтыратһалар, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошма менән рәсми телефон номеры аша бәйләнешкә инегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға йыш ҡына мутлашыу осраҡтары тураһында һөйләгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: пенсионерҙарҙан аҡса алған курьерҙар — енәйәт схемаһының бер өлөшө.

 

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-29/pensionery-bashkirii-lishilis-bolee-10-millionov-rubley-iz-za-moshennikov-4669779

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас