

Башҡортостанда юл фажиғәһендә 19 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткән водителде хөкөм иттеләр.
Белорет район-ара суды 24 йәшлек Белорет кешеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Егет 19 йәшлек игеҙәк һеңлеләре һәләк булған үлемесле аварияла ғәйепле тип табылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғәле хәл 2025 йылдың 12 авгусында була. Эскән водитель үҙенең “Рено Сандеро” автомобилендә биш йәш пассажирҙы, шул иҫәптән 2005 йылғы игеҙәк һеңлеләрен ултыртып алып китә. Һәм Ҡағы – Иҫке Собханғол трассаһында, Бөрйән районындағы участкала, ҡаршы һыҙатҡа сығып, юл ситендә түңкәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡыҙҙарҙың береһе салондан осоп сығып, шунда уҡ вафат була, ә икенсеһе 22 августа, аңына килмәйенсә, дауаханала вафат була.
Водитель үҙе лә йәрәхәтләнә: хәҙер ул - беренсе төркөм инвалиды һәм инвалид коляскаһында ултыра.
Судта ул үҙ ғәйебен таный. Суд уны иректән мәхрүм итеп, 8,5 йылға колония-поселениеға ебәрә, 200 мең һум штраф һала, шулай уҡ өс йылға рулгә ултырыуҙы тыя.
Фото: социаль селтәрҙән.