

16 йәшлек Роман Костюченконан тәүлек ашыу инде бер мәғлүмәт тә юҡ. Был турала “БашРегионСпас” эҙләү отряды хәбәр итә.
Билдәләре: буйы 175 см, уртаса кәүҙәле, етен сәсле, зәңгәр күҙле.
Өҫтөнә ҡара еңһеҙ жилет, эстән ҡара кофта, ҡара-күкһел джинсы салбар, аҡ кроссовка кейгән.
Үҫмер тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8(937)3-102-112 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.