

Был осорҙа урманда һәм асыҡ биләмәлә усаҡ яғыу, ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыу тыйыла. Тәртип боҙған өсөн ҙур штрафтар һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә янғындарға ҡағылышлы хәл көсөргәнешле ҡала:
2026 йылдың 30 апреленә 1700-ҙән ашыу янғын теркәлгән (81 кеше һәләк булған, 55,7 гектар майҙанда 6 урман янғыны, 178,5 гектар майҙанда 104 үлән янған осраҡ).
2025 йылдың 1 майынан 11 майына тиклем 263 янғын теркәлгән (7 кеше һәләк булған, 9,3 гектар майҙанда 13 ландшафт янғыны).
Кәңәштәр. Янғын хәүефен кәметеү өсөн урманға бармағыҙ, дача, парк һәм асыҡ майҙансыҡтарҙа усаҡ яҡмағыҙ. Балаларҙың ут менән уйнауын тыйығыҙ. Янғындың тәүге билдәләрен күрһәгеҙ, шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға кәрәк — 112 йәки 101 телефондары буйынса