

Өфө ҡалаһында Евразия баҙары эргәһендә өс кешенең һөлдәһен тапҡандар, шул иҫәптән баланың. Был ҡот осҡос “табыш” баҙарға яҡын урынлашҡан “Парус” торлаҡ комплексын төҙөгән саҡта тапҡандар.
Мәғлүм булыуынса, өс кешенең һөлдәһе ирҙеке, ҡатындыҡы һәм бәләкәй баланыҡы булып сыҡҡан. Уларҙы бынан 10 – 15 йыл элек үлтереп күмгәндәр.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Ғаиләне юҡ иткән ҡәбәхәттәрҙе табырҙар һәм енәйәтселәр тейешле язаһын алыр, тип ышанғы килә.
Фото: Башкирия Online.