

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 35 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән: 30 марттан 18 апрелгә тиклем енәйәтселәр, үҙҙәрен банк, Федераль именлек хеҙмәте һәм күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, уны кредит алырға һәм бөтә аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндергән. Уларҙың баҫымы аҫтында ҡатын шулай уҡ ювелир әйберҙәрен залогҡа һала, туғандарынан бурысҡа ала һәм кредит юллай. Һөҙөмтәлә ул 1,7 миллион һум самаһы аҡса юғалта.
“Банк һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә“ күсереүҙе талап итмәй һәм СМС булараҡ килгән паролдәрҙе йәки кодтарҙы һорамай. Шикле шылтыратыуҙар булғанда һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатығыҙ һәм ойошмаға рәсми номер буйынса шылтыратығыҙ. Хәүеф янаған осраҡта, 102 һандарын йыйып, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ", - тип иҫкәрттеләр республика Эске эштәр министрлығында.
Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, пароль һәм кодтарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ!
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!