

Береһенә -20, икенсеһенә -16 йәш кенә
Ҡот осҡос авария Өфөнөң Октябрь проспектында төнгө 2-ләрҙә булған.
Йөрөтөүгә танытмаһы булмаған “Дарекс” спорт мотоциклының 20 йәшлек водителе “Хендай Санта Фе” автомобиленә килеп бәрелә.
БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәтенә ярашлы, водитель - реанимацияла, хәле ныҡ ауыр тип баһалана. 16 йәшлек пассажиры ла реанимацияла, хәле уртаса ауырлыҡта, уны операцияға әҙерләйҙәр.
Автор: Аклима Гизатуллина