ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Апреля , 09:33

Ҡатындың башына мышы еткән...

Ҡурҡыныс авария ҡараңғы ваҡытта була

Ҡатындың башына мышы еткән...Ҡатындың башына мышы еткән...
Ҡатындың башына мышы еткән...

Кисә кис Башҡортостанда мышы менән ҡурҡыныс авария теркәлгән. Дүртөйлө-Нефтекама трассаһының 63-сө километрында “Тойота Королла” машинаһы алдына ҡапыл мышы килеп сыға.

Һөҙөмтәлә – бәрелеш. Водитель иҫән ҡалған, ә уның 43 йәшлек пассажиры урында һәләк булған, тип хәбәр итә Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы. Хайуан да үлгән. Авария тәүлектең ҡараңғы ваҡытында була.

Әле мышылар юлға әүҙем сыға башлаған ваҡыт. Шуның өсөн һаҡ, тиҙлекте арттырмай йөрөү мөһим. 

Фото: ДАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас