Өфөлә 19 йәшлек Николай Т-ны эҙләү фажиғә менән тамамланды: юғалғандан һуң дүрт көн үткәс, уны үле килеш тапҡандар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, туғандары егетте һуңғы тапҡыр шәмбелә, 11 апрелдә күргән. Ял көндәрендә ул йөрөгән ҡыҙы менән ҡуртымға фатир ала, әсәһе янына кейемен алмаштырырға инеп сыға һәм колледжда бергә уҡыған һөйгәненә бара. Йәкшәмбе улар өйҙәренә ҡайтыша, әммә Николай, ҡайтып етмәй. Дүшәмбе ҡыҙ уның әсәһенә шылтыратып, егеттең уҡырға килмәүе һәм телефонының һүндерелгәнен әйтә. Шул саҡта туғандары студентты эҙләй башлай.
– Беҙ бөтә дуҫтарына шылтыраттыҡ, ул барырлыҡ урындарҙы урап үттек, әммә улыбыҙ бер ҡайҙа ла юҡ. Әгәр ҡайҙалыр тотҡарланһа, һәр ваҡыт иҫкәртә ине һәм бер ҡасан да юғалғаны булманы. Йөрөгән ҡыҙы менән бәхәсләшмәне, яҡшы кәйефтә булған, – тип һөйләй әсәһе.
Мария полицияға юғалыу тураһында ғариза яҙа һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Улар Николайҙы 14 апрелдә эҙләй башлай.
Ике көндән һуң егеттең үле килеш табылыуы билдәле була. Уның кәүҙәһе ул уҡыған һәм эшләгән колледждан алыҫ түгел урында табылған.
– Әсәһе әле истерика хәлендә, туғандары мөмкин тиклем тынысландыра – тигән егеттең туғаны “КП-Өфө” баҫмаһына.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты йәш кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү үткәрә.
Беҙ уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.