

Барыһы ла март аҙағында башлана, мессенджерҙағы ғариза биреүсегә билдәһеҙ номерҙан бер ир шылтыратып, үҙен курьер тип күрһәтә. Ир хәбәр итеүенсә, зыян күреүсегә посылка килгән, уны алыу өсөн смс-тан килгән кодты әйтергә кәрәк. Ир был кодты бер ни уйламайынса хәбәр итә.
Артабан мутлашыусылар билдәле схема буйынса эш итә. Ир смс килгән номерға шылтырата. Уға “Роскомнадзор”ҙың ялған хеҙмәткәре яуап бирә, ул “элек кодты әйтеп, мутлашыусыларға уның исеменә кредит килешеүҙәрен рәсмиләштереүгә инеү мөмкинлеген биргәнһегеҙ” тип аңлата. Артабан һөйләшеү “Росмониторинг хеҙмәткәре”нә күсерелә. Енәйәтсе ирҙе дуҫ булмаған дәүләттең тыйылған ойошмаларына үҙ теләге менән аҡса күсергән тип ҡурҡыта, шулай уҡ мутлашыусылар әлеге ваҡытта уның иҫәбенән аҡса күсерә, тип хәбәр итә.
Ир үҙенең аҡсаһы өсөн ҡурҡа, уяулығын юғалта һәм, мутлашыусыларға ышанып, уларҙың күрһәтмәләре буйынса эшләй башлай.
Ул банктан бөтә булған аҡсаһын ала. Шулай итеп ул бер аҙнаға яҡын мутлашыусылар менән бәйләнештә була һәм уларҙың иҫәбенә 2 миллион 800 мең һум аҡсаһын күсерә.
Был осраҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлексәһе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала, һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, сит кешеләргә смс-хәбәр аша кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ.
Килгән хәбәрҙәрҙә күрһәтелгән һандар буйынса шылтыратмағыҙ, был аҙымығыҙ һеҙҙе мутлашыусыларҙан ҡотҡарып ҡаласаҡ.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.