ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
30 Марта , 09:12

Автобус йөк машинаһы менән бәрелешкән: бер кеше һәләк булған

Пассажир транспорты ауылдан 200 километр алыҫлыҡта ятҡан ҡалаға китеп барған.

Автобус йөк машинаһы менән бәрелешкән: бер кеше һәләк булғанАвтобус йөк машинаһы менән бәрелешкән: бер кеше һәләк булған
Автобус йөк машинаһы менән бәрелешкән: бер кеше һәләк булған

М5 трассаһында Дыуан районының Ярославка ауылынан Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына китеп барған "Форд" автобусы рөхсәт ителгән ерҙә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм "Донфенг" йөк машинаһы менән бәрелешкән. Күрәһең, автобус алдағы транспортты уҙып китергә теләгән.

Микроавтобус водителе дауаханаға алып барғас, реанимацияла вафат була, ә өс пассажир еңел йәрәхәттәр ала. Салонда 19 йәшлек ҡыҙ, йәш егет һәм ир-егет була.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Алдағы транспортты уҙырға уйлағанда ла тәүҙә хәүефһеҙ дистанцияны самалап, ҡаршы килгән транспортҡа тиклем был маневрҙы эшләп өлгөрөп буламы-юҡмы икәненә инанығыҙ. Водителдәр, үҙегеҙ өсөн генә түгел, салондағы пассажирҙар ғүмере өсөн дә яуаплы икәнегеҙҙе онотмағыҙ.

Фото: БР ДАИ.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас