Был ял көндәрендә лә республика юлдарында үлемесле юл-транспорт фажиғәһеҙ үтмәне. Бөгөн төндә Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлында ҡот осҡос авария теркәлгән.
19 йәшлек егет "Хендай Солярис" автомобилендә юлдан ситкә осоп, ағасҡа бәрелгән. Һөҙөмтәлә ике пассажир, 36 һәм 50 йәшлек ирҙәр, ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Ауыр тән йәрәхәттәре менән водитель дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.
Фото: БР ДАИ
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan