Дөйөм алғанда, ҡыҙҙы 829 мең һумға алдағандар. Барыһы ла таныш булмаған кешенең шылтыратыуынан башлана: ул өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ризалыҡ биргәндән һуң, ҡыҙға икенсе «белгес» шылтырата. Шылтыратыусы ир, вакансиялар тураһында ентеклерәк мәғлүмәт биреү теләген әйтеп, телефон экранын күрһәтеү алымында һөйләшергә тәҡдим итә.
Һөйләшеү барышында ир аҡса алыу өсөн ҡушымта аша банк иҫәбен асыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. “Шәхси кабинет”ты әүҙемләштереү өсөн «махсус код» индерергә кәрәк була. Шик булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ күрһәтмә буйынса «түләү» төймәһенә баҫа. Һөҙөмтәлә ул сит кешенең банк иҫәбенә 13 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.
Тиҙҙән 20 йәшлек был студент ҡыҙға "ФНС инспекторы" шылтырата. Ул зыян күреүсегә сит ил валютаһы менән законһыҙ операциялар башҡарыуы тураһында хәбәр итә. Артабан шылтыратыу икенсе «белгескә» күсерелә. Тағы бер әңгәмәсе бөтә шәхси аҡсаны үҙе күрһәткән иҫәпкә күсерергә кәрәклеген аңлата. Һөҙөмтәлә студент ҡыҙ мутлашыусыларға 85 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.
Һуңынан енәйәтселәр ҡыҙға кредит алырға тәҡдим итә. Банктарҙың кире ҡағырын аңлап, уға яҡын кешеһенә кредит алырға ҡушалар. Һөҙөмтәлә тормош иптәше, хәлгә төшөнмәйенсә, банктан 700 мең һумлыҡ кредит ала һәм һөйгәненә күсерә. Унан инде таныш булмаған кеше зыян күреүсегә артабанғы ғәмәлдәр буйынса күрһәтмә бирә, яҡын арала аҡсаны тулыһынса ҡайтарырға вәғәҙә итә. Шылтыратыусының күрһәтмәһе буйынса, ҡыҙ алдан ҡуйылған бот аша ингән СМС-хәбәрҙә күрһәтелгән бөтә кодтарҙы ебәрә, шунан һуң бөтә аҡсаны мутлашыусылар күрһәткән иҫәптәргә күсереү кәрәклеге тураһында белдереү ала.
Хөрмәтле уҡыусылар! Смс-хәбәр аша алынған кодтарҙы бер ҡасан да башҡа кешегә әйтмәгеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ! Бындай алым менән бары тик мутлашыусылар ғына эш итә!
Айгөл Хөснөръялова фотоһы (“Асылыкүл” гәзите).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!