Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Март , 22:14

Бер юлы биш кеше һәләк булған

Үлемесле фажиғә бөгөн теркәлгән. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған: ике водитель, өс пассажир урында вафат, тағы икәүҙе дауаханаға алып киткәндәр...

Бер юлы биш кеше һәләк булған
Бер юлы биш кеше һәләк булған

Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһендә биш кеше һәләк булған. Үлемесле авария бөгөн, 9 мартта, Ҡариҙел районында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы трассаһының 72-се километрында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» һәм «Hyundai Solaris» бәрелешкән. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, биш кеше урында һәләк була: ике водитель һәм өс пассажир. Төрлө йәрәхәттәр алған тағы ике кешене дауаханаға оҙаталар.

Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм эксперт-криминалистик үҙәк белгестәре эшләй. Башҡортостан прокуратураһы аварияның бөтә сәбәптәрен асыҡлауҙы контролгә алды.

Водителдәр! Һауа торошо тотороҡһоҙ: ҡар яуа, буран сығып тора. Өҫтәүенә юлдарҙа боҙлауыҡ, "кәлийә" барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, ҡабаланып алдағы транспортты уҙырға тырышмағыҙ - тәүҙә хәүефһеҙлеккә инанығыҙ. 

Фото: БР ДАИ-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас