Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Март , 15:10

Стәрлетамаҡта улы әсәһен тәҙрә аша ырғытҡан

60 йәшлек ҡатын урында йән биргән.

Стәрлетамаҡта үлтереү тураһында яңғырауыҡлы эште тикшереү тамамланды. 39 йәшлек ир 60 йәшлек әсәһен Хоҙайбирҙин урамындағы алтынсы ҡаттағы ятаҡтың тәҙрәһе аша ырғытыуҙа ғәйепләнә.

Йән өшөткөс фажиғә 2025 йылдың 30 ноябре кисендә булған. Был көндө улы әсәһе менән бергә спиртлы эсемлектәр эскән, унан социаль учреждениеға урынлаштырылған ике балаһын опекаға алыуын һораған. Улар араһында тауыш ҡупҡан. Ҡыҙып киткән ир әсәһен күтәреп алған да тәҙрә аша ырғытҡан. Ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.

Тәфтиш комитеты енәйәттең аңлы рәүештә ҡылынғанын раҫлаған дәлилдәр йыйған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Эш судҡа тапшырылған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-03/v-sterlitamake-syn-vybrosil-mat-iz-okna-4600194

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас