Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Март , 22:36

Уҡытыусы шикле һылтанма буйынса үтеп, 40 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлегенә мәктәп уҡытыусыһы аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Уҡытыусы шикле һылтанма буйынса үтеп, 40 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан
Уҡытыусы шикле һылтанма буйынса үтеп, 40 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, популяр мессенджерҙа уға танышынан ошондай йөкмәткеле хәбәр килгән: «Сәләм, бигерәк йәл, кисә һәләк булған. Ҡара әле, был исемлектә таныштарың юҡмы икән». Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, ул хәбәргә беркетелгән һылтанма буйынса үткән.  

Һылтанма буйынса күскәндән һуң уның телефонына автоматик рәүештә зыянлы программа ингән, енәйәтселәр һиҙҙермәй генә ҡорбандың банк иҫәбенән яҡынса 40 мең һум аҡсаһын урлаған. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына ханым үҙенең мутлашыусылар тоҙағына эләккәнен аңлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Енәйәт эшен тишереү дауам итә.

Полиция уяу булырға һәм шикле һылтанмалар буйынса күсмәҫкә саҡыра.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-02/uchitelnitsa-poteryala-bolee-40-tysyach-rubley-pereydya-po-somnitelnoy-ssylke-4598842

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас