Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Февраль , 21:59

Республика халҡы һылтанма буйынса күсеп, аҡсаһын юғалта...

“Сәләм  таныйһыңмы? Бөгөн вафат булды”. “Әхирәтемдең ошо танышы юл фажиғәһенә осраған” – ошондай хәбәрҙәр менән килгән һылтанмаларҙы (ссылкаларҙы) асмағыҙ. Уларҙы мутлашыусылар ебәрә! 

Республика халҡы һылтанма буйынса күсеп, аҡсаһын юғалта...
Республика халҡы һылтанма буйынса күсеп, аҡсаһын юғалта...

Ишембай районынан 51 йәшлек ир һылтанма буйынса күскәндән һуң аҡсаһын юғалтып, дистанциялы алымда мутлашыу ҡорбаны булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе мессенджерҙа «Ошонда һинең тураламы?» тигән текст менән билдәһеҙ кешенән хәбәр алған. Ир кеше, уға ышанып, һылтанмаға баҫҡан һәм күп тә тормай яңы ҡорамалдан инеү тураһында белдереү килгән. Был ваҡытта мутлашыусылар гаджет менән файҙаланып, 112 мең һум күләмендә аҡса урлаған. Мутлыҡ ҡорбаны булған иргә полицияға барыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Йәрмәкәй районы полицияһына 52 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ғариза яҙыусы «Сәләм  таныйһыңмы? Бөгөн вафат булды» тигән хәбәр алған. Ханым ҡыҙыҡһынып, һылтанма буйынса үткән. Күп тә тормай мутлашыусылар кеҫә телефонынан шылтыратып белешмә алған. Банк ҡушымтаһын тикшергән саҡта зыян күреүсе 40 мең һумдан ашыу аҡсаһы сит иҫәпкә күсеүен күргән.

Стәрлетамаҡта йәшәгән 47 йәшлек ир ҙә ошондай тоҙаҡҡа эләккән. Ир кеше дуҫынан «Әхирәтемдең танышы юл фажиғәһенә осраған» тигән хәбәр алған. Баҡтиһәң, дуҫының аккаунтын ватҡан мутлашыусылар һылтанма буйынса үтеп, мобиль ҡоролмаға инеү мөмкинлеген алған булған. Енәйәтселәр 18 мең һум аҡсаны урлаған. Һуңғараҡ ир үҙенең аферистар ҡорбаны булғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Ошо факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: таныш булмаған кешеләр менән интернетта аралашҡанда иғтибарлы булығыҙ. Һылтанмалар буйынса бер ҡасан да күсмәгеҙ һәм аҡса иҫәптәрегеҙҙе асмағыҙ.  

Рената Камаева, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Розалия Хисаева фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас