Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика халҡын автономлы төтөн янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама менән тәьмин итеүҙе тикшерҙеләр. Төбәк бюджеты иҫәбенә бөтәһе 700 меңдән ашыу ошондай ҡоролма бирелгән. 2025 йылда ғына уларҙың һаны 58 меңдән ашып киткән.
– Республикала 16 категория кеше бушлай янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡулайлама алырға хоҡуҡлы, – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. – 2025 йылдан улар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә инә.
Был приборҙар ярҙамында Башҡортостанда 1 300-ҙән ашыу кеше ҡотҡарылған, шуларҙың 493-ө - балалар. Мәҫәлән, 6 февралдә Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта янғын ваҡытында тауыш сигналы 13 кешене, шул иҫәптән биш баланы ҡотҡарырға ярҙам итә.
2024 йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе GSM-модуле булған ҡулайламалар менән тәьмин итеү буйынса пилот проекты эшләй башланы. Ҡорамалдар бер үк ваҡытта биш адресатҡа хәүеф сигналын тапшыра. Был тәжрибәне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Александр Куренков Башҡортостанға сәфәре барышында билдәләне. Республика тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә индереү өсөн тәҡдим иттеләр.
Башҡортостанда GSM-модуле менән бөтәһе 713 хәбәр итеүсе тапшырылған. 2025 йылда система уларҙың эшләүе тураһында 77 сигнал теркәгән. Был һигеҙ кешене ҡотҡарырға мөмкинлек бирә.
Радий Хәбиров янғындан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм ведомствоға яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.