Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Февраль , 16:06

Айыу кешегә ташланған

Бөгөн хәбәр итеүҙәренсә...

22 февралдән Башҡортостанда “Кесе Ямантау” экомаршруты ябылды. Был хаҡта Көньяҡ Урал ҡурсаулығы вәкилдәре хәбәр итте.

Сәбәбе – ғәҙәттән тыш хәл. Бында айыу кешегә һөжүм иткән.

“Кесе Ямантауҙа сноубордсыға айыу һөжүм итә. Мәғлүмәт аҙ, кеше иҫән, әммә зыян күргән. Ҡурсаулыҡ махсус бойороҡҡа тиклем тауға экологик маршрутты япты”, - тип асыҡлыҡ индерҙе сәйәхәтсе Олег Чегодаев.

Әле айыуҙар йоҡларға тейеш тә бит. Ни эшләп улай иртә уянды икән?

Фото: Телеграм.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас