Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, үлемесле авария кисә төн менән була. М5 “Урал” автомобиль юлының 1297-се километрында “Лада Нива” автомобиле ниндәйҙер сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “КамАЗ” йөк машинаһына бәрелә.
Бәрелеш бик көслө була. Еңел машинанан тимер өйөмө генә ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рулдәге кеше лә иҫән түгел, ул ваҡиға урынында йән биргән. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водитель егеткә ни бары 21 йәш булған.
Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, хәлде тикшереү дауам итә.
Кисә ошо уҡ трассала 25 йәшлек ҡыҙ-водитель дә ҡаршы һыҙатҡа сығып, йөк машинаһы аҫтында ҡалды һәм һәләк булды тип хәбәр иткәйнек инде. Күренеүенсә, ҡышҡы юл хәүефле. Ҙур хәрәкәтле федераль трассалар хаталарҙы ғәфү итмәй. Шуға күрә юлда бик иғтибарлы булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.
Фото: ГАИ.