Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин температураның тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле халыҡты ҡыйыҡтан ҡар төшөү һәм боҙлауыҡ хәүефе хаҡында иҫкәртте. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ике көндә ошоға бәйле бер нисә осраҡ булған, уларҙың береһе үлемгә килтергән.
Фажиғә бөгөн Ҡалтасы районында теркәлгән. Шәхси йорттоң ҡыйығынан ҡар төшә һәм 71 йәшлек ҡатынды баҫып үлтерә.
Айрат Рәхмәтуллин граждандарҙы һаҡ булырға саҡырҙы: ҡыйыҡтары ауыш биналарға яҡын килмәҫкә, машиналарҙы ҡар һәм боҙлауыҡ төшөү ихтималлығы булған зоналарҙа ҡуймаҫҡа, кәртәләнгән хәүефле участкаларҙы урап үтергә, шулай уҡ урамда ҡолаҡсын кеймәҫкә – улар ҡарҙың гөрһөлдәп төшөп килгәнен ишетеүгә ҡамасаулай.
Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы.