Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Февраль , 16:49

Мәктәп хәүефһеҙ урын булырға тейеш

Өфөлә ике ғәҙәттән тыш хәл булды.

Мәктәп хәүефһеҙ урын булырға тейеш
Мәктәп хәүефһеҙ урын булырға тейеш

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе хәүефһеҙлек мәсьәләһен тикшереүҙән башланды. Уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы мәктәбендә һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәңгәлдә хис-тойғоларҙы алып ташларға, башты ҡабыҙырға һәм төп мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

– Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү тураһында уйларға кәрәк. Бының менән шөғөлләнәбеҙ, аныҡ саралар тураһында хәбәр итербеҙ. Хәҙер инде мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте бермә-бер арттырасаҡбыҙ. Иң мөһиме, Аллаға шөкөр, беҙ ауыр эҙемтәләрһеҙ үттек, – тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе профилактиканы тағы бер сара тип атаны.

– Мәктәп буйынса: әгәр буллинг факты раҫланһа һәм мәктәп уны бөтөрөү йәһәтенән бер нимә лә эшләмәһә – кадрҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ. Әгәр мәктәптә быға юл ҡуйһалар һәм был ауыр эҙемтәләргә килтерһә, тимәк, беҙ был кешеләр менән хушлашырға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта уҡыусыларҙан һорау алыу буйынса билдәле бер мәғлүмәт формалаша. Тикшереү тамамланғас, тейешле ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы.

Әлеге ваҡытта ике хәл буйынса ла тикшереү эштәре дауам итә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тейешле енәйәт эштәре ҡуҙғатҡан.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас