Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
29 Ғинуар , 17:06

Төбәктә диверсиялар һәм теракттар һаны артҡан

Рәсәй дәүләтенең дошмандары һәм сит ил махсус хеҙмәттәре илебеҙҙәге ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәлде тотороҡһоҙландырыу өҫтөндә эшләй

Төбәктә диверсиялар һәм теракттар һаны артҡан
Төбәктә диверсиялар һәм теракттар һаны артҡан

Хәҙерге терроризм – ул шартлауҙар һәм аманаттар алыу ғына түгел, киберһөжүмдәр, интернетта пропаганда, социаль селтәрҙәр аша йәштәрҙе йәлеп итеү, тип белдерҙе Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары, республиканың Терроризмға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник.

Милли террорға ҡаршы комитет был саҡырыуҙарға әүҙем яуап таба, ҡаршылыҡ стратегияһын эшләй. Ведомство-ара орган Беслан мәктәбендәге фажиғәнән һуң булдырылды һәм быйыл март айында 20 йыллығын билдәләйәсәк.

– Төньяҡ Осетияла террорсылар тарафынан 344 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булған мәктәпте баҫып алыу шул тиклем ҡот осҡос һәм аяуһыҙ булды, хатта дәүләт теракттарға юл ҡуймаусы ойошма булдырыуҙы кәрәк тигән ҡарарға килде, – тип билдәләне Валерий Олейник.

Бөгөн Рәсәй теракттар һаны буйынса донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр буйынса, 2000 йылдан алып илдә 700-ҙән ашыу террористик акт нейтралләштерелгән – был Террорға ҡаршы комитет һәм уның партнерҙары эше һөҙөмтәһендә өлгәшелгән һөҙөмтә.

Һуңғы 20 йылда комитет Федераль именлек хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Оборона министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙың көстәрен берләштереп, террорға ҡаршы эшмәкәрлекте координациялауҙың ҡеүәтле ҡоралына әүерелә. Террорға ҡаршы комитет составына 30-ҙан ашыу дәүләт органы вәкилдәре инә, был, спикер фекеренсә, ведомство-ара хеҙмәттәшлектең үҙенсәлекле миҫалы булып тора.

Бөгөн илдең Террорға ҡаршы комитеты эше Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле айырыуса көнүҙәк. Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда Украинаның көнсығышында конфликт башланғас, илебеҙ биләмәһендә 200-ҙән ашыу теракт булдырылмаған, уларҙың күбеһе Украина эҙенә эйә булған. Мәҫәлән, Башҡортостанда былтыр алты ай йомғаҡтары буйынса, 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, террористик һәм диверсия характерындағы енәйәттәрҙең үҫеше 53 процент тәшкил иткән (22 проценттан 41 процентҡа тиклем).

– Бик мөһим һәм социаль инфраструктураға зыян килтереү маҡсатында енәйәттәр һаны артты. Тәү сиратта йәштәргә йүнәлтелгән сит ил махсус хеҙмәттәре йәлеп итеү әүҙемлегенең артыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра, – тип билдәләне Башҡортостандың Именлек советы секретары.

Ул уҙған аҙнала иҫкәртелгән терактҡа аңлатма бирҙе, уны Өфөнөң Ульяновтар урамындағы 5-се полиция бүлегендә ике тажик гражданы башҡарырға ниәтләгән. Баш ҡаланың Орджоникидзе районы полиция бүлеге тураһында мәғлүмәт йыя башлағас, енәйәтселәр көс хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын йәлеп итә. Асыҡланыуынса, сит ил кешеләре махсус рәүештә Өфөгә “джихад” – район бүлеген шартлатыу һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен атып үлтереү өсөн килгән. Террорсылар теракттан һуң үҙ-үҙҙәренә ҡул һалырға тейеш була.

Диверсанттарҙың береһе ҡулға алыу ваҡытында спецназға автоматтан ут аса һәм яуап итеп юҡ ителә. Уның иптәше диверсияға нисек әҙерләнеүҙәре тураһында һөйләй. Боевиктар йәшәгән ҡуртымға алынған фатирҙа оперативниктар ҡорал, боеприпастар, ҡулдан эшләнгән бомба һәм тыйылған террористик ойошма символикаһын таба.

– Һуңғы йылдарҙа тышҡы деструктив тәьҫир менән бәйле хәүефтең донъяуи үҙгәреүе күҙәтелә. Рәсәй дәүләтенең дошмандары һәм сит ил махсус хеҙмәттәре илебеҙҙәге ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәлде тотороҡһоҙландырыу өҫтөндә эшләй. Өфөлә иҫкәртелгән теракт – беҙҙең көс ведомстволарының һәр ваҡыт террор хәүефен кире ҡағырға әҙер булыуына һәм республикала әҙерләнгән хәүефһеҙлек сараларының эшләүенә тағы бер дәлил. Барыбыҙға ла терроризмдың бөгөнгө көн ысынбарлығы икәнен аңларға кәрәк, – тип аңлатты Валерий Олейник.

ФОТО: БР-ҙың Террорға ҡаршы комиссияһы аппаратынан бирелгән.

Фотола: Валерий Олейник (уртала) БР Йәмәғәт палатаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

 

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас