Әгәр ҙә бина эсендә, йә урамда китеп барғанда сумка, аҡса, янсыҡ (кошелек), уйынсыҡ, һ.б. әйберҙәр күҙгә салына икән, был турала 112 һаны буйынса йәки полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Енәйәтселәр хәүефле матдәләрҙе (шартлатҡыстар, химик матдәләр, ағыу) маскировкалау өсөн ылыҡтырғыс әйберҙәр: уйынсыҡ, телефон, аҡса, кошелек, дарыу йәки кәнфит төргәктәрен ҡуллана. Әгәр ҙә шикле әйберҙәр күрһәгеҙ, унан йырағыраҡ китергә тырышырға кәрәк. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө. Йәмәғәт урындарында ятҡан хужаһыҙ әйберҙәрҙе: сумка, пакет йәки ҡумтаны асып ҡарарға тырыша.
Һаулыҡты, ғүмерҙе ҡотҡара алған ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тотайыҡ. Фажиғәнән ҡотолоу өсөн хужаһыҙ әйберҙәрҙе ҡайҙа ғына, ниндәй генә шарттарҙа тапҡанда ла уға ҡағылырға ярамай!