1) Коньки аяҡта уңайлы ултырырға һәм ҡыҫмаҫҡа тейеш. Йылытылған йә йылы ойоҡбаш менән кейерлек коньки һайлағыҙ.
2) Коньки үткер булырға тейеш, юғиһә, йыш ҡолаясаҡһығыҙ.
3) Йылы, әммә уңайлы итеп кейенегеҙ. Сәсегеҙ оҙон булһа, битегеҙҙе ҡапламаһын өсөн йыйығыҙ.
4) Әгәр йығылыуығыҙҙы һиҙһәгеҙ, ҡабырғаға йәки балыҡ кеүек алға ятырға тырышығыҙ. Башығыҙҙы йығылған яҡҡа ҡапма-ҡаршы йүнәлтегеҙ. Конькийығыҙҙың тимере башҡа кешеләргә йүнәлтелмәһен.
5) Боҙға сыҡҡанда майҙандың ҡырына тотоноғоҙ һәм ашыҡмағыҙ. Һырғалаҡта саҡта башҡалар менән бәрелештән һаҡланығыҙ. Яңғыҙ шыуырға кәрәкмәй, етди йәрәхәт алған осраҡта ярҙамға кемделер саҡырырға кәрәк булыуы бар. Әгәр һырғалаҡҡа бала менән барһағыҙ, уны яңғыҙ шыуырға ебәрмәгеҙ.
6) Шыуыр алдынан боҙ өҫтөнөң тигеҙ булыуына инанығыҙ.
Күңелле һәм хәүефһеҙ ял итегеҙ!