Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ғинуар , 23:32

Көслө ҡарлы циклон яҡынлай

Алдағы көнгә шундай прогноз бирә Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Башҡортостанға көслө ҡарлы циклон яҡынлай - 11 ғинуарға шундай прогноз бирә Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Төндә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Бигерәк тә көньяҡ-көнбайыш райондарҙа күп яуыр тип күҙаллана. Юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай.

Һауа температураһы төндә -9...-11 градус, көндөҙ -4...-8 градусҡа тиклем күтәрелә.

Көньяҡ-көнсығыштан иҫкән ел төньяҡ-көнбайыш йүнәлешен ала.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

        Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас