Яңы йылда Шри-Ланкала Рәсәйҙән бер ҡатындың үлгәне хаҡында билдәле булды.
33 йәшлек Ирина Кузнецованың хәле 21 декабрҙә насарайған. Тәүҙә ул, аҙыҡтан ағыуланыу ғәҙәти хәл, тип ҡарар иткән һәм табиптарға икенсе көндә генә мөрәжәғәт иткән. Артабан ҡыҙ Галле ҡалаһы дауаханаһына ебәрелгән, унда табиптар денге биҙгәген асыҡлаған.
Таныштары һүҙҙәренсә, Иринаның стационарҙа хәле ҡапыл насарайған. Уның өҙлөгөүҙәре башлана, һуңынан диализ процедураһынан һуң сепсис үҫешә башлай, тип фараз ителә. 31 декабрҙә табиптар уның вафаты тураһында хәбәр иткән.
Ирина Кузнецова Шри-Ланка ресторандарының береһендә арт-директор булып эшләгән. Сит илгә күскәнсе ул Магнитогорскиҙа йәшәгән.
Фото: Телеграм
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!